Яңылыҡ
28 Август 2022, 04:55

Көндәрҙең ҡоро тороуы янғындарға килтерә

Тәүлек эсендә биш ҙур тәбиғәт янғыны теркәлгән

Көндәрҙең ҡоро тороуы янғындарға килтерәКөндәрҙең ҡоро тороуы янғындарға килтерә
Көндәрҙең ҡоро тороуы янғындарға килтерә

Республикала дөйөм майҙаны 28 гектарҙан артҡан биш янғын теркәлгән. Башҡортостанда 26 августан дөйөм майҙаны 28,8 гектарлыҡ биш ҙур ландшафт янғыны теркәлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. - Урман янғындары Йылайыр, Ейәнсура, Белорет райондарында сыҡҡан. 23 гектар майҙанда ҡоро үлән янды, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөтә янғындарҙы һүндергән, шулай уҡ янғындың тораҡ пункттарға таралыуына юл ҡуймаған. Янғын һүндереүгә бөтәһе 15 техника берәмеге һәм 30-ҙан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Көндәр ҡоро тора! Һаҡ булайыҡ! 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас