

Ейәнсура районының Байыш мәктәбе 112-се башҡорт атлылары дивизияһы буйынса тәрбиә эшен һуңғы йылдарҙа йәнләндереп ебәрҙе Был башланғыстың инициаторы – Сәғит ауылы илһөйәре Ришат Ҡыуатов. Әле байыштар конференцияға күргәҙмәлек итеп 112-се башҡорт атлылары тураһында “Беҙ – Шайморатов вариҫтары” тип исемләнгән йөкмәткеле стенд әҙерләгәндәр. Музей директоры Миҙхәт Аҫылбаев ашҡорт атлыларына арнап эшләнгән күргәҙмәлектәргә ҡунаҡтарҙың иғтибарын йүнәлтте, былтыр республика кимәлендә 112-се башҡорт атлылары тарихы буйынса 76 музей араһында 3-сө урынға сығыуҙарын билдәләп үтте. Ришат Ҡыуатов район музейына ваҡытлыса ҡулланыуға ҡалдырылған “Беҙ – Шайморатов вариҫтары” күргәҙмәлеген музейҙа легендар комдивҡа арналған аҙналыҡта таныша алаһығыҙ.