Яңылыҡ
28 Август 2022, 12:40

Урам буйлап айыу йөрөй! Һаҡ булырға саҡыралар!

Шифаханалар янында айыу йөрөй

Урам буйлап айыу йөрөй! Һаҡ булырға саҡыралар!Урам буйлап айыу йөрөй! Һаҡ булырға саҡыралар!
Урам буйлап айыу йөрөй! Һаҡ булырға саҡыралар!

Кисә Әбйәлил районы башлығы Илдар Нафиҡов үҙ битләүендә ял итеүселәрҙе һаҡ булырға саҡырҙы. Яҡтыкүл күле янында айыуҙың йөрөүе, хатта урамға ла ҡурҡмайынса инеүе хаҡында хәбәр итә ул. Әлеге ваҡытта Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре тайыш табанды тотоу менән мәшғүл. Күл тирәләй урынлашҡан шифаханаларҙа һәм күл буйында ял итеүселәрҙән айыуҙы күргән осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә һәм 112 һандары буйынса шылтыратырға саҡыралар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас