

“Беренсе класҡа барған 55 мең уҡыусыбыҙ иртә һайын мәктәптә дуҫтары һәм уҡытыусылары менән осрашыуға шат булһын! Башҡортостандың 500 мең уҡыусыһы ла яҡшы уҡып тормошта үҙ юлдарын тапһын! 200 мең тирәһе юғары һәм урта белем биреү учреждениелары студенттарына һөнәр алып ысын кешеләр булыуын теләйем! Ата-әсәйҙәрҙе, балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу уңайы менән ихлас ҡотлайым!” – тигән теләктәр еткергән Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ Республика башлығы барыһына ла уңышлы, һөҙәмтәле һәм ҡыҙыҡлы уҡыу йылы теләгән.
Фото:put-okt.com