

1 сентябрҙән техосмотр үткәреү буйынса яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде
Хәҙер автомобилде техосмотр үткәреү өсөн ут һүндергес (огнетушитель), аптечка һәм авария билдәһенең булыуы мотлаҡ түгел.
Тик ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшергәндә ут һүндергес (огнетушитель), аптечка һәм авария билдәһе булмаһа, штраф һалыуҙары бар.
Шулай уҡ техосмотр ваҡытында яҡтыртыу приборҙарының таҙалығын, тормоз системаһы торбаларының хәл-торошон һәм тауышҡа тикшереү үткәрелмәйәсәк.