Яңылыҡ
9 Сентябрь 2022, 07:45

Ейәнсуранан Илсур Төхвәтуллин юғары наградаға лайыҡ булды

Ейәнсура районынан ветеринар табип булып эшләүсе Илсур Төхвәтуллин дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Ейәнсуранан Илсур Төхвәтуллин юғары наградаға лайыҡ булдыЕйәнсуранан Илсур Төхвәтуллин юғары наградаға лайыҡ булды
Ейәнсуранан Илсур Төхвәтуллин юғары наградаға лайыҡ булды

 

Рәсәй Федерацияһының Президенты Владимир Путин указына ярашлы ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары, намыҫлы һәм оҙайлы хеҙмәте өсөн “Маяҡ” йәмғиәте ветеринар табибы Илсур Ирек улы Төхвәтуллин “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар табибы” исеменә лайыҡ булды.

Сығышы менән Ейәнсура районының Күгәрсен ауылынан булған Илсур Төхвәтуллин да башҡа ауыл балалары кеүек хужалыҡ эштәрен башҡарып, ата-әсәһенә мал ҡарашып, колхоз эштәрендә лә ярҙамлашып үҫә.

Хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан егет Башҡорт Дәүләт Ауыл хужалығы институтының (хәҙерге БДАУ) ветеринария бүлеген тамамлап 1984 йылда тыуған колхозында ветеринар табип булып хеҙмәт юлын башлаған.

Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, әлеге көндә лә ветеринар табип булып эшләп йөрөй. “Маяҡ” йәмғиәтенең Самаҙы, Таҙлар, Аҡҡондоҙ һәм Кинйәбулат ауылдарындағы һарыҡ фермаларындағы малдарҙы ҡарау тап Илсур Төхвәтуллин ҡарамағында.

 Эшен еренә еткереп башҡарған уңған ветеринарҙың хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы, Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ә 2016 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелгән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас