Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
13 Сентябрь 2022, 10:25

Башҡортостанда “Ҡайышыңды эләктер”акцияһы бара

Башҡортостанда “Ҡайышыңды эләктер”акцияһы бара

Башҡортостанда “Ҡайышыңды эләктер”акцияһы бара
Башҡортостанда “Ҡайышыңды эләктер”акцияһы бара

 

Был акция юл фажиғәләрен иҫкәртеүгә, авария осраҡтарында тән йәрәхәттәрен алыуҙы кәметеү  өсөн йүнәлтелгән. Хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәре водителде һәм пассажирҙарҙы фажиғә эҙемтәләренән һаҡлау өсөн ҡуйылған.

Дәүләт автоинспекцияһы водителгә лә, пассажирҙарға ла автомобилгә ултырғас тә ҡайыштарҙы эләктерергә кәңәш итә. Балаларҙы йөрөтөү өсөн махсус ултырғыстар барлығын да иҫегеҙҙән сығармаҫҡа ҡушалар.

Йыл башынан республика юлдарында 155 юл фажиғәһе теркәлгән, унда 44 кеше һәләк булған, ә 181 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Улар барыһы ла автомобиль хәрәкәт иткән ваҡытта  хәүефһеҙлек ҡайыштарын таҡмағандар.

Профилактик саралар барышында ағымдағы йылдың 8 айында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 73 мең ҡайыш таҡмайынса йөрөү кеүек административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән, 11 мең осраҡта балаларҙы махсус ҡоролмаларҙы һәм балалар хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡулланмайынса йөрөгән өсөн протоколдар төҙөлгән.

Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгәнде видеокамера төшөрөп алһа ла, административ штраф киләсәк, уның күләме - 1 мең һум. Балаларҙы махсус ҡоролмаһыҙ йөрөткән өсөн штраф өс мең һум.

Акция 16 сентябргәсә дауам итәсәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: