Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
17 Сентябрь 2022, 15:45

Быйылғы уңыштан шәкәр ҡомо етештергәндәр ҙә инде

Республиканың 19 районы шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Быйыл уңыш мул, тиҙәр.

Быйылғы уңыштан шәкәр ҡомо етештергәндәр ҙә инде
Быйылғы уңыштан шәкәр ҡомо етештергәндәр ҙә инде

 

2022 йылдың шәкәр сөгөлдөрө уңышынан республикабыҙҙа тәүге 7.8 т  шәкәр ҡомо етештерелгән. Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә “Раевкашәкәр” заводы 14 сентябргә  йыйылған 74.8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөнөң 57.1 мең тонна эшкәрткән дә инде. Был тамыраҙыҡтың шәкәрлелеге быйыл 18.3% тәшкил итә.

Шишмә шәкәр заводы ла эш башлаған. Бында йыйылған 22.5 мең т шәкәр сөгөлдөрөнөң 2.5 мең т эшкәртелгән.

Республиканың 19 сөгөлдөр үҫтереүсе районының 11-дә уңыш йыйыу бара. Аграрийҙар 5.8 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға өлгәшкән, был сәселгән майҙандың 13% тәшкил итә. Башҡортостанда был культураның тулайым йыйыу күрһәткесе 150 мең т тәшкил иткән.

Уңыш  яҡшы булғас шәкәргә әҙерәк хаҡ төшмәҫме икән?

Фото:regnum.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: