Яңылыҡ
6 Октябрь 2022, 07:48

Йөрәк йылыһын бүлешеп

Район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әлеге көндә хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән акция иғлан итте.

Йөрәк йылыһын бүлешепЙөрәк йылыһын бүлешеп
Йөрәк йылыһын бүлешеп

Район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әлеге көндә хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән акция иғлан итте. “Йөрәк йылыһы” тип исемләнгән был акция сиктәрендә редакция ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләй. Гәзит уҡыусларыбыҙ ҙа беҙҙең башланғысҡа ҡушылып, хәрби әҙерлек үткән резервистарға күңел йылыһы ла һалып бәйләнгән дебет-йөн ойоҡбаштар ебәрергә теләһә, бәйләнгән ойоҡбаштарҙы 10 октябрҙә, эш көнө тамамланғансы, редакцияға  алып килргә мөмкин.

Акциянан ситтә ҡалмағыҙ! Хәрбиҙәребеҙгә, ситтән булһа ла, ошолай ярҙамыбыҙҙы күрһәтәйек! Уларҙың күңелдәрен күтәреп, еңеүгә дәрт уятайыҡ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас