

Ҡырым күпере буйлап, айырым махсус бойороҡ сыҡҡанға тиклем, еңел автомобилдәр генә йөрөй ала, ә автобустар менән йөк машиналары өсөн бушлай борам ойошторолған. Был турала Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов белдерҙе. Әлеге ваҡытта тимер юлы штатлы режимда эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: иртәнсәк 8 октябрҙә Ҡырым күперендә йөк машинаһы шартлап, тимер юлында яғыулыҡ тейәлгән цистерналар янып китте. Был фажиғә һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө, ике автомобиль тороғо емерелгәйне.