

Радий Хәбиров өс һәм унн да күберәк бала тәрбиләгән атайҙарҙы хәрби операциянан ҡайтарырға ҡушты.
Уларҙың урынына оператив рәүештә ҡалған мобилизацияланғандарҙы ебәрергә кәрәк тип белдерҙе.
Әйткәндәй, республиканан 200-ҙән артыҡ өс һәм унан дә күберәк бала тәрбиәләгән атай өлөшләтә мобилизацияланған.
"Беҙ мобилизацияланыусыларҙың резервындағыларҙың әҙ генә күләмен саҡырҙыҡ, шуға ла, зинһар өсөн, был эште тиҙерәк теүәлләгеҙ," - тине Радий Хәбиров.
Ул күп бала тәрбиәләүсе атайҙарҙың хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙан азат ителеүе дөрөҫ аҙым була тип һанай.