21 йыл элек улын урманға ҡайын япрағы һындырырға барыу һылтауы менән алып барып халат билдеге менән быуып үлтергән ҡатын язаға тарттырылды.
2017 йылда урманда малайҙың һөйәктәре табылғайны.
Тикшереү эштәре барышында әсәй кешенең үҙ улын үлтереүе асыҡланды.
Яңы ир менән ғаилә ҡорған ҡатынға тәүге никахтан тыуған улы ҡамасаулаған, шуға ла малайҙан ҡотолоу юлын улар бергәләп төҙөгән.
Ир кеше балаһын тәрбиәләргә теләмәгән. Һөҙөмтәлә әсәй кеше үҙ балаһының ғүмерен өҙгән.
Суд ҡарары менән ҡатын 12 йылға хөкүм ителгән. Ә бына уның ирен язаға тарттырмағандар.
Прокуратура был эш менән тағы ла судҡа мөрәжәғәт итергә ҡарар иткән, ирҙе лә язаға тарттырыу маҡсаты менән аппеляцияға ғариза биргән.
Сығанаҡ: Башинформ.