Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
12 Ғинуар 2023, 14:55

Тәүге президентыбыҙ менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты билдәле булды

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм ултырышы уҙҙы. 

Тәүге президентыбыҙ менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты билдәле булды
Тәүге президентыбыҙ менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты билдәле булды

Республикабыҙ ауыр юғалтыу кисерҙе – 11 ғинуарҙа 88 йәшендә Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат булды.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм ултырышы уҙҙы. 

Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бәхилләшеү иртәгә, 13 ғинуарҙа, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.

9.00 – 12.00 сәғәттә дөйөм хушлашыу.

12.00 сәғәттә матәм сараһы уҙасаҡ. 

Сараның трансляцияһын иртәнге сәғәт 11-ҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ  «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдарында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Мортаза Рәхимовты Өфө ҡалаһындағы Мосолман зыяратында ерләйәсәктәр.  

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Өфө һәм Күгәрсен районы хакимиәттәренә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: