Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
9 Февраль 2023, 11:32

Сағыу йылмайыу бүләк итеүсе

– Табип булырға 5-се кластан хыялландым, ә тап теш табибы булырға һуңынан ғына ҡарар иттем, – ти Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы стоматологы Зөлфәр Дәүләтшин.

Сағыу йылмайыу бүләк итеүсе
Сағыу йылмайыу бүләк итеүсе

Сәғит ауылы егете Байыш мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыу осоронда өс йыл тиҙ ярҙам станцияһында кардиобригада санитары, һуңынан медбрат булып эшләй.

Университетан һуң Зөлфәр Мөҙәрис улы Йылайыр дауаханаһында интернатура үтә һәм уға 9 йыл шунда эшләргә насип була. 2012 йылдан хеҙмәт юлын тыуған районында дауам итә. Белгес тиҙ арала яҡташтарының хөрмәтен яулай, “Дәүләтшинға барам, хатта һәйбәт табип!” тиҙәр уның хаҡында пациенттары.

–Теш табибы һөнәрен һайлағанға үкенгәнем булманы. Ауырлыҡтар бар, әлбиттә, ләкин улар еңеп сығырлыҡ. 20 йыллыҡ практикамдан шуны әйтә алам: һуңғы ваҡытта кешеләрсәләмәтлегенә иҡтибарлы була башланы. Быға халыҡтың аңы үҫешеүе, шулай уҡ стоматологияның асығыраҡ була барыуы булышлыҡ итәлер. Теш боҙолоу эҙемтәләренә ҡарағанда уны боҙола башлағанда дауалау күпкә еңелерәк. Шуға райондаштарҙы тештәре сәләмәтлегенә яуаплы ҡарарға, ваҡытында тикшерелергә саҡырам, –ти Зөлфәр Мөҙәрис улы.

Зөлфәр Дәүләтшин кәләше Эльмира Камил ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләй. Улдары Искәндәр Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 10-сы, ә ҡыҙҙары Айгүзәл 3-сө класта уҡый. Бәләкәйҙәре Йәнгүзәл балалар баҡсаһына йөрөй.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: