Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
15 Февраль 2023, 11:45

Яугирҙәр мәңге хәтерҙә

Иҫәнғолдоң Чекмарев исемендәге паркында урынлашҡан локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында Афған һуғышында һәм ҡораллы бәрелештәрҙә башын һалған, хәбәрһеҙ юғалған райондаштар иҫтәлегенә митинг булып үтте. 

Яугирҙәр мәңге хәтерҙә
Яугирҙәр мәңге хәтерҙә

Бөгөн илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнаша. Уларҙың 343-е һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итте.
Афған.

Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Бөгөнгө ауыр көндәрҙә лә беҙҙең яугирҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: