Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Июль 2023, 14:24

Етеҙ бәйләнеш – һәр өйгә

“Ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр кеше универсаль элемтә хеҙмәттәре менән тәьмин ителергә тейеш”, тип әйтелә “Бәйләнеш хаҡында” Федераль законында.  Күптән кәрәҙле бәйләнеш хаҡында хыялланған Өмбәт, Байдәүләт, Башҡорт Самаҙыһы һәм Ҡужанаҡ ауылдары халҡы ошо программала ҙур теләк менән ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан. Бөгөн, 5 июлдә, Өмбәт һәм Байдәүләт ауылдарында “Ростелеком” үҙенең нөктәләрен асты. Иртәгә  Башҡорт Самаҙыһы һәм Ҡужанаҡ ауылдарында ла "Ростелеком" элемтәһе эшләй башлаясаҡ.

Халыҡтың шатлығын бүлешергә район хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улы, район советы секретаре Мырҙабулатов Рәмил Урал улы килде. Улар халыҡты ошо байрам менән ҡотлап, ошо эштә актив ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе. “Коммуникация, инфраструктура ауылдарға килеп етә, шуныһы ҡыуаныслы”,-тип билдәләп китте Юланов Д.М.

Шулай уҡ, был сарала йыйылған халыҡҡа симкарталар алыу мөмкинселеге булды. Уны нисек ҡулланырға, ниндәй тариф отошлораҡ булыуы тураһында район элемтә бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм  Мәләүез сервис үҙәге супервайзеры Московкина Елена Владимировна аңлатты.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: