Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
17 Июль 2023, 17:54

Янғында Ҡөрьән сүрәләре генә ҡалған...

.

Был хаҡта Әбйәлил районының Хәмит ауыл биләмәһе башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

“Хәмит ауылындағы янғынға ла аҙна үтеп китте. Ошо күңелһеҙ ваҡиға Хәмит ауылы халҡында ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәгеләрҙә лә ҙур тетрәнеү һәм ҡаза күреүселәргә теләктәшлек тойғоһо тыуҙырҙы. Янғын тураһында хәбәр таралғас та, ярҙам тәҡдим итеп, аҡса күсереүселәрҙең һәм матди ярҙамдың илебеҙҙең төрлө төбәктәренән булыуы хайран ҡалдыра. Бөгөн ҡаза күреүселәр урамда яңғыҙ ҡалдырмай ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле, сөнки ваҡытлыса йәшәп торорлоҡ йорт, кейергә кейем, түшәк-юрған, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба менән тәьмин ителде. Иң мөһиме, барыһы ла һау-сәләмәт, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары яндарында.

PS: бер урында ятҡан ябай уҡыусы дәфтәре янып көлгә әйләнгән, ә Ҡөрьән сүрәләре яҙылған китап бөтөн, янып бөтмәгән, ғәжәп...”

"Башҡортостан"дан.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: