Бөтәһе 30 тел. Проектты Ҡалмыҡ Республикаһында «Интернетты үҫтереү институты» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы булышлығында әҙерләгәндәр. Башҡорт версияһын тулыландырыу өсөн Өфө сәнғәт училищеһы, «Урал» этноүҙәге һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы вәкилдәре ҡатнашҡан.
Проекттың маҡсаты - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә һәм кесе мәктәп йәшендәге балаларға туған телдә иҫәпләргә, предметтарҙың төҫөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнергә ярҙам итеү.
Халыҡ мәҙәниәте мөхитена инеү еңелерәк булһын өсөн уйын иҫтәлекле урындарҙың, тәбиғи һәм мәҙәни объекттарҙың моделдәре менән байытылған. Ә уйын персонаждары традицион халыҡ костюмдарында бирелә. Образдарҙы тыуҙырыуҙа бөтә Рәсәйҙән эксперттар, рәссамдар һәм халыҡ кәсептәре оҫталары ҡатнашҡан.
Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы сайтында https://vk.cc/cqNCps
👉 сокровища-нации.рф
Google Play: https://vk.cc/cqnsBp
AppStore: https://vk.cc/cqnsDc
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан