Башинформ» хәбәр итеүенсә республикала тажзәхмәт йоҡтороусылар һаны күҙгә күренеп арта. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә үткән тәүлектә генә 61 пациентта COVID-19 асыҡланған. Пандемия осоро башланғандан алып 371 414 ауырыу осрағы теркәлгән.
Бөгөнгө көнгә стационарҙарҙа 116 ауырыу ятып дауаланһа, 871 ауырыу амбулатор рәүештә дауалана. Шулай итеп коронавирус йөрөтөүселәр һаны 1000 кешегә етте.
Бәхеткә күрә үткән тәүлектә вафат булыусылар булманы.
Августа – бер, июлдә – 12, июндә – 14, майҙа – 25, апрелдә һәм мартта – 21-әр, февралдә – 26, ғинуарҙа 24 кеше вирусты еңә алмайынса донъя менән хушлашҡан.
Пандемия башланғандан алып бөтәһе 6106 кеше сир ҡорбаны булған.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: ya.ru