Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
3 Ноябрь 2023, 15:15

Ейәнсура уҡыусылары "Үҫәргәндәр йыйыны"нда ҡатнашты

"Тамыр" телеканалы хеҙмәткәрҙәре менән үткән саралар балалар өсөн фәһемле булды 

Ейәнсура уҡыусылары "Үҫәргәндәр йыйыны"нда ҡатнашты
Ейәнсура уҡыусылары "Үҫәргәндәр йыйыны"нда ҡатнашты

Ейәнсура районының төрлө мәктәптәренән йыйылған балалар "Тамыр" телеканалы тәҡдим иткән "АТАЙСАЛ. Беҙҙекеләр" исемле документаль цикл һәм "Геройҙар аллеяһы" менән танышты.

Уҡыусылар шулай уҡ башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Кинйә Арыҫланов тураһында документаль фильм ҡараны.

"Тамыр" телеканалының редакторы Гөлфиә Раянова менән халҡыбыҙҙың батыр улы тормошо тураһында йәнле һөйләшеү барышында Байыш урта мәктәбе уҡыусыһы Алина Дәүләтбаева "Үҫәргән зирәге" тип танылды.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: