Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
20 Ноябрь 2023, 11:45

Хаҡтар төшкән тиҙәр

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән. Бының турала Башстаттың 7-13 ноябрҙәге мәғлүмәттәренән билдәле булды.

Хаҡтар төшкән тиҙәр
Хаҡтар төшкән тиҙәр

 

Үҙәк билдәләүенсә ҡыҙыл сөгөлдәргә хаҡ төшкән, ул бөгөн уртаса 26.9 һум тәшкил итә.

Икенсе урында балалар өсөн тәғәйенләнгән ит консервалары, улар 2,2%-ҡа төшкән. Өсөнсө урында иһә кишер килә, уның уртаса хаҡы – 31,4 һум.

Дүртенсе урында һыйыр ите,  ул 1% тирәһе кәмеп, 511,7 һум тәшкил итә. Бишенсе урынды бешерелгән колбаса һәм печенье биләй. Колбасаның уртаса хаҡы – 437,3 һум, ә печенье – 207,5 һум.



Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: