Ҡытай астрология буйынса, аждаһа – талантлы йыл хужаһы. Ул кешегә бик күп ҡыуаныс килтерергә мөмкин. Ә йәшел – ябайлыҡ, халыҡсанлыҡ төҫө. Шуға күрә йәшел ағас Аждаһа йылы ябай халыҡҡа бик мәрхәмәтле буласаҡ, тип фаразлайҙар. Киләһе йылдан күп яҡшы үҙгәрештәр, осрашыуҙар, проблемаларҙың хәл ителеүен көтөгөҙ!
Көнсығыш календарында Яңы йыл һәр ваҡыт төрлө даталарҙа башлана. Был юлы Аждаһа батшалыҡты 10 февралдә аласаҡ. Ә алдағы йылдың 28 ғинуарында уның хаҡимлыҡ ваҡыты тамамланасаҡ. Мифологик зат бик шәфҡәтле, шуға уның килеүен алдан билдәләүебеҙгә һис тә асыуланмаҫ.
Аждаһа йылында нисек мул уңыш йәлеп итергә?
2024 йыл стихияһы – ағас. Шуға бында фантазияға урын күп. Ҙур булмаған декоратив ағастар алырға, ағас, япраҡ формаһындағы биҙәнгестәр бүләк итергә була. Һәр беребеҙҙең ағас кеүек "үҫеп" китергә мөмкинлеге лә бар!
Аждаһа балҡырға ярата. Шуға күрә Яңы йылды күңелле итеп ҡаршыларға кәрәк. Кафеға, ҡунаҡҡа барыу ҙа хуплана. Үҙ өйөгөҙҙә ҡаршылауҙа яҡшы. Аждаһаның яратҡан төҫтәре – ҡыҙыл һәм алтын төҫ. Кейемегеҙҙә был төҫтәрҙең береһе булһын. Йәшел төҫ тә уңыш килтерәсәк. Өйөгөҙҙө бик матур уйынсыҡ, шарҙар, таҫмалар, гирляндалар менән дә биҙәргә онотмағыҙ. Аждаһа уйынсығы йә иһә ул һүрәтләнгән өҫтәл япмаһы, таҫтамал, сынаяҡ кеүек нимәләр тураһында ла онотмағыҙ.