Марат Мөхәмәтов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
– Әҙәм балаһы шулай ҡоролған, һәр Яңы йылда беҙ мөғжизә көтәбеҙ. Яңы тыуған йыл – минең йылым. Был миңә уның бар яҡлап уңышлы булыуына өмөт уята. Аждаһа көнсығыш календарында һәм Көнсығышта берҙән-бер мифик хайуан, ҡеүәт, власть көсө, үҫеш һәм сәскә атыуҙы кәүҙәләндерә. Тыуған илемә тап шуларҙы теләйем. Илдең уңышы һәр беребеҙгә бәйле. Ә һәр еңеү, ҡаҙаныш – ул, беренсе сиратта, тынғыһыҙ хеҙмәт, ныҡышмаллылыҡ, яҡшылыҡҡа һәм оптимизмға ышаныу. Райондаштарға тап ошо теләктәрҙе теләйем! Яңы йыл менән!
Азамат Салауатов, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф:
– Яңы йылға яңы өмөттәр бағлайым. Иҡтисадсы булараҡ, мин көнбайыш тарафынан беҙгә ҡарата баҫымдың кәмеүен теләр инем. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын. Үҙемә килгәндә, эшемдә уңыштар юлдаш булһын! Районда бизнес үҫһен, эшҡыуарҙарҙың һаны артһын һәм улар килеп тыуған административ барьерҙарҙы еңел генә үтһен. Ә беҙ уларға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Улар менән бергә үҙебеҙ ҙә үҫәбеҙ. Район халҡына теләгем бер: яҡындарығыҙ янығыҙҙа һәм иҫән-һау булһын!
Гөлфиә Янбаева, С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы:
– Яңы ғына башланған йылым һәйбәт үтһен, һуғыш бөтһөн, тип теләйем. Алла бирһә, яҡындарым иҫән-һау булһындар. Райондаштарҙың барыһына ла ырыҫлы, бәхетле йыл теләйем. “Ейәнсура таңдары”н алдырығыҙ һәм уҡығыҙ! Шул ваҡытта кәйефегеҙ ҙә һәр ваҡыт яҡшы булыр!
Ришат Сарбаев, район үҙәк дауаханаһының баш табип урынбаҫары:
– Үҙемдең йылымдан мин, әлбиттә, тик изге яңылыҡтар, күңелле ваҡиғалар көтәм. Алла бирһә, йыл уңышлы, юғалтыуһыҙ булһын! Ә гәзит уҡыусыларға, табип булараҡ, тик һаулыҡ теләйем! Сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеп тороғоҙ, ауырымағыҙ!
Мәҙинә Аллаярова, Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы:
– Хәйерле сәғәттә сәләмләйем барығыҙҙы ла!
2024 йыл – минең йылым һәм һәр яңы йыл кеүек ул да яңы өмөттәр менән аяҡ баҫты. Йыл хужаһы Аждаһа яҡты киләсәк, ғаилә именлеге, илдәребеҙгә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө бүләк итер, тип ышанам. Яңы йыл төнөндә күптәрҙән ошо теләктәр яңғырағандыр һәм изге уй-ниәт менән теләнгән теләктәр мотлаҡ ҡабул булыр! Быға мин ысын күңелдән ышанам! Аждаһа йылы мине генә түгел, бар кешелекте бәхетле итер.
Шамил Хәсәнов, хаҡлы ялда:
– Йылымды ҙур өмөттәр менән ҡаршы алдым. Үткән йылға байҡау яһайым да, бик матур йыл булды, тип шатланам. Яңы тыуғаны тағы ла шәберәк булһын! Илдәр тынысланһын ине. Ауылдар яңырһын, район үҫһен. Яҡташтарымды байрам менән тәбрикләп, иң изге теләктәремде юллайым! Яҡшыға өмөтләнеп йәшәгеҙ һәм тырышығыҙ! Шул ваҡытта барыһы ла яҡшы булыр. Һәм, әлбиттә, район гәзитен уҡығыҙ, Ейәнсура тормошо яңылыҡтары менән танышығыҙ! Яңы йыл менән!