Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
17 Ғинуар , 11:59

Был юлы кемдәр бүләкле булды?

12 ғинуарҙа, Рәсәй матбуғаты көнө алдынан, “Ейәнсура таңдары” гәзите үҙенең уҡыусылары араһында бүләктәр уйнатты. 2024 йылға тулыһынса һәм тәүге яртыһына яҙылған подписчиктарыбыҙҙан квитанцияларҙы гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә лә, ватсапта ла, хат менән дә ҡабул иттек. Шулай ҙа күп квитанциялар редакцияла торған йәшниккә төшөрөлгән ине. 2024 йылға яҙылған 1349 гәзит уҡыусыбыҙҙың 409-ы приз уйнатыуҙа ҡатнашып, үҙенең бәхетен һынап ҡарарға теләне. Ә отоусыларҙы билдәләргә коллегаларыбыҙ, әле хаҡлы ялда булған Фариза Сәфәрғәлина һәм Найлә Ҡарабаеваны саҡырҙыҡ. Улар махсус ҡумтанан квитанцияларҙы тартып сығарып, еңеүселәрҙең исем-фамилияларын атаны. Бүләк отоусылар исемлеге сайтта бирелгән.

Был юлы кемдәр бүләкле булды?
Был юлы кемдәр бүләкле булды?

Шулай итеп иң тәүге приз – электр плитаһы Башҡорт Үргене ауылының Бишәй урамында йәшәүсе Хәҙисә Искәнйәроваға сыҡты. Харис Уликанов (Ибрай, Мәктәп ур.) – май һауыты, Алмас Кинйәбаев (Өмбәт) – микроволновка өсөн ҡапҡаслы һауыт, Фируза Юлдашбаева (Сирғол) – сухарница, А. Сәлихова (Иҫәнғол, Һ. Дәүләтшина, 14)  отто.

Хәниф Сыңғыҙов  (Иҫәнғол, Рәсәй урамы, 40) һәм Р. А. Йәғәфәроваларға (Иҫәнғол, Һ. Дәүләтшина урамы, 6) – дөйә йөнө тултырылған яҫтыҡтар, ә ҡаҙ йөнө тултырылғандары – Рәис Исмәғилев (Өмбәт, Оло Өҫкәлек ур.) һәм Гөлназ Ҡыуандыҡоваларға (Иҙәш, күксә ур.); Гөлфинә Төхвәтуллинаға (Таҙлар) юрған  сыҡты.

Был юлы “Ейәнсура таңдары” тәмле сәй һәм кофелар ҙа уйнатты: 100 пакетлы кения сәйҙәре – Ф.Иҙелбәкова (Иҙелбәк, Инеш ур.) һәм Зөләйха Умарова (Айыу), ә 250 грамлыҡ “Бета-сәй”ҙәр Сәүиә Солтанғужина (Үрге Муйнаҡ) һәм Иҙрис Аҡбутин (Юнай, Ҡаҫмарт ур.), ә кофелар Марат Маликов (Кинйәбулат, Үҙәк ур.) һәм  өлөшөнә Рәсилә Күҙәшева (Яңы Павловка, З.Биишева ур.)төштө.

Фәрит Абдрахманов (Күгәрсен,  Ямашлы ур.) һәм Шәмсиһан Байгилдина (Иҙәш, Мәктәп ур.) – батмустар, Илфат Аҙнағолов (Сирғол, Үҙәк ур.) – контейнер, Г. Тусалина (Үрген, Тибеҙ ур.) – сәй сәйнүге,  Н. Иҙрисова  (Абзан, Совет урамы) – сәйгүнле сервиз, Морат Мортазин (Яңыбай, Үҙәк ур.) – креманкалар йыйылмаһы, Фирҙәүес Баязитова (Үрге Муйнаҡ, Йәштәр ур.) – икмәк һауыты, Шәүрә Хәсәнова (Самаҙы) – ланч-бокс, Айһылыу Ишкилдина (Иҙелбәк, Әхмәтшин ур.) – шәкәр һауыты, Флүзә Хәмиҙуллина (Самаҙы, Мәктәп ур.) – силикон форма, Ғайса Ғөбәйҙуллин (Ҡарғалы, Үҙәк ур.) һәм Шәмсиә Буранғолова (Иҫәнғол, Төҙөлөш ур.) – салат һауыттары йыйылмалары, Дилә Иҫәнсурина (Ибрай, Урмансы ур.) – иләк, Әлиә Мәүлетова (Иҫәнғол, Зәки Вәлиди ур.) – сынаяҡтар йыйылмаһы, С. Х. Дәүләтшина (Яңы Юл) – кувшин отто. Лира Мөхәмәтова (Иҫәнғол), Гөләрә Яҡшыбаева (Самаҙы, Йәштәр ур.) һәм Хәмдиә Фәйзуллина (Үрген, Йәштәр ур.) вазалар алып ҡыуанасаҡ.

Таҫтамалдар йыйылмаһы – Алина Хасаеваға (Иҫәнғол, Һәҙиә Дәүләтшина ур.),  почта йәшниге – Риф Юлановҡа (Мәзит), сәсбөҙрәткес – Мәғәфүр Фәттәховҡа (Үрге Бикбирҙе), “Синергетик” автомат кер йыуыу порошогы – Сәйҙә Ҡәҙербаеваға (Ибрай), постель комплекты – Рауза Абзановаға (Хоҙабәндә), радиоалғыс – Лоҡман Аҡмановҡа (Үтәғол, Ҡаҫмарт ур.), дини картина – Айрат Дауытовҡа (Ибрай, Урмансы ур.), пикник йыйылмаһы – Гөлнара Ҡолмөхәмәтоваға (Байыш, Үҙәк ур.), таҡталар йыйылмаһы, бысаҡ менән – Миңлебай Татлыбаевҡа (Саҙалы, Көпәш ур.), фонарик – Мөхәммәт Юлдашбаевҡа (Сирғол, Мәктәп ур.), швабра – Минихан Мәхмүтовҡа (Тирәкле, Үҙәк ур.), сәғәт – Мәсҡүҙә Сабироваға (Бикбау, Үҙәк ур.) сыҡты.

“Салауат” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына 800 һумлыҡ сертификаттар Сания Хөсәйенова (Күгәрсен, Ҡарабаш ур.), Тамара Юнысова (Үтәғол, Йәшел ур.), Ф.Ю.Шәйәхмәтов (Этҡол, мәктәп ур.) һәм Ф.Әминевҡа (Иҫәнғол, Салауат ур, 57) эләкте.

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына бушлай яҙылыу мөмкинлегенә ике кеше: Гөлназ Ҡыуатова (Юнай, Ҡаҫмарт ур.) һәм Зәйтүнә Әмикәсова (Иҫәнғол, Ф.Солтанов ур.) эйә булды. Шулай уҡ “Ейәнсура таңдары” үҙенең подписчиктарына ҡотлау биреү өсөн сертификаттар ҙа әҙерләне. Самаҙынан Асия Ҡарабаева һәм Ғаян Дәүләтбаев, Әлфирә Йылҡыбаева (Сәғит), Иҫәнғолдан Эльзина Мөхәмәтйәнова һәм Илсөйәр Хәлитова, Хәмиҙә Мөхәмәтйәнова (Иҙәш, Мәктәп ур.), Юлиә Абдрахманова (Сирғол), Светлана Кәримова (Күгәрсен, Комсомол ур.), Нурия Искәнйәрова (Өмбәт, Аръяҡ ур.) һәм Гөлкәй Аҙнабаева (Мәзит, Оло Өҫкәлек) 2024 йылда гәзиттә бушлай 500 һумлыҡ ҡотлау бирә ала.

Рузя Исмәғилева (Мәзит, Оло Өҫкәлек) – сәс алыу машинкалы, Ф.Шәрипова (Иҫәнғол, Көнсығыш ур.) – миксерлы, Рәмзиә Әбделғужина (Үрге Муйнаҡ, Үҙәк ур.) – үтекле һәм Чупан Әбйәлилов (Үрген, Тибеҙ ур.) мультиваркалы булды.

Приздар алыуҙа ярҙам күрһәткән спонсорҙарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Улар: “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто, “Руссал” ЯСЙ-һы (етәксеһе Руслан Байбулатов), “Меркурий” стоматология клиникаһы (етәксеһе Денис Йомалин) һәм “Салауат” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы (етәксеһе Мирас Байғаҙаҡов).

Шулай, дуҫтар, беҙ мөмкин тиклем күберәк гәзит-уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырырға тырыштыҡ. Кемдәрҙең квитанциялары был юлы отмаған, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Киләһе юлы бәхет тап һеҙгә йылмайыр!

Приз отҡан милләттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан февралдең 29-на тиклем килеп алыуҙарын һорайбыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: