Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
21 Июнь , 18:57

Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар

Республика Башлығы Радий Хәбиров, эш башлаған ваҡытында эске туризмды үҫтереү өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары булдырырға ҡушҡайны. Хәҙер был йүнәлеш төбәкте үҫтереүҙә өҫтөнлөклө ысул булып тора.

Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар
Туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар

Мәҫәлән, Ейәнсурала мәктәп туризмы һәм агротуризм яҡшы үҫешә. Сөләймән ауылындағы «Ал елкән» балалар һауыҡтырыу лагерында балалар һәм хатта өлкәндәр өсөн йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Унда бер йыл элек яңы корпус төҙөлдө, хужалыҡ биналары һәм бөтә йорт яны территорияһы яңыртылды, зәңгәр яғыулыҡ үтте.

Бөтө республикаға билдәле булған "Аманат" туристик базаһы районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып тора. Бында уңайлы ял өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Урыны ла матур: Оло һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡыҙылташ яланы һәр кемгә оҡшай.

Туризм, ғөмүмән, беҙҙең район өсөн әһәмиәтле һәм бик кәрәкле булыр ине. Урындарыбыҙ матур, тәбиғәтебеҙ һоҡланғыс, йылғалар, тауҙар, шишмәләр... Әгәр тейешле шарттар булдырһаҡ, районға күп һанлы туристарҙы йәлеп итә алыр инек. Был эш урындары ла, тимәк, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу.

Әйткәндәй, урындағы район хакимиәтендә эшҡыуарҙар өсөн махсус көндәр үтә. Унда теләгән һәр кем килә ала һәм районда туристик йәки башҡа йүнәлештәрҙе үҫтерергә теләк белдерә ала.

Ошо маҡсатта төрлө ярҙам саралары ойошторолған. Улар хаҡында Радий Хәбиров та йыш телгә ала. Башҡортостан башлығы тармаҡты үҫтереүҙең юғары потенциалын билдәләне: "Туризмды үҫтереү йәһәтенән алға табан барабыҙ. Туристар ағымы үҫеүенең юғары күрһәткестәре тап ошо хаҡта һөйләй. Республика тураһында күптәр белһен өсөн уңайлы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде,” - тине Радий Хәбиров.

Айнә Иманғолова.

Автор фотолары.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: