Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
19 Июль , 16:41

Бүләктәр – һеҙҙең өсөн!

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыуҙың да осона сыҡтыҡ. “Ейәнсура таңдары”н кәрәк булған өсөн генә түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса алдырған, уның һәр һанын тыны менән тартып алырҙай булып көткән дуҫтарыбыҙ янына яңылары ҡушылыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс.

Бүләктәр – һеҙҙең өсөн!
Бүләктәр – һеҙҙең өсөн!

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында үткәргән бүләк уйнатыу күптән матур йолаға әйләнде. Унан тайпылмай, был юлы редакцияға квитанция күсермәләрен ебәргәндәр араһынан даланлыларҙы асыҡланыҡ. 

Шулай итеп, һөйөнсө: 

Төп приздар: һарыҡ бәрәсенә сертификат – Ләйлә Хужахмәтоваға (Иҫәнғол, Еңеүҙең 50 йыллығы урамы),ә электр мейесе Саҙалы ауылынан Гөлзирә Юлдашбаеваға насип булды. Мосолман сәғәте – Рәйхан Иҙрисова (Иҫәнғол, Пионер урамы, 24), электр сәйнүге – Сәғит Фәйзуллин (Иҙәш), фильтрлы бәләкәй сәйнүк – Тәскирә Әминева (Иҫәнғол, Салауат урамы, 57), Ю. Әбделғужин (Башҡорт Самаҙыһы), үтек – В. Ҡолмөхәмәтов (Иҫәнғол, Интернациональ урам), терпомот – Зәлифә Тоҡомбәтова (Ҡужанаҡ), вафли бешерә торған таба – Зөфәр Ҡыуандыҡов (Иҙәш), кәстрүлдәр йыйылмаһы – Шәүрә Кинйәғолова (Иҫәнғол, Шайморатов урамы, 4), аш-һыу бүлмәһе өсөн электрон үлсәү – Сөләймән Юланов (Мәзит), пластмасс кәштә – Вәсилә Ҡарабаева (Башҡорт Самаҙыһы), эмаль табаҡ – Нурия Бердибаева (Иҫәнғол, Нефтселәр урамы), ике предметтан торған аш-һыу бүлмәһе өсөн йыйылма – М. Ишкилдина (Иҫәнғол, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы), сәскәләр өсөн кашпо – Мәүлиҙә Махмудова (Иҫәнғол, Күсәков урамы), дарыу һауыты-контейнер – Регина Юлдашбаева (Саҙалы), ҡапҡаслы шәкәр һауыты – Сулпан Әбйәлилов (Башҡорт Үргене), фонарь – Люциә Әминева (Яңы Себенле), “Ҡуян” баҡса фигураһы – Илсийәр Хәлитова (Иҫәнғол, Ильясов урамы), контейнер – Әлфинур Шаһивәлиева (Үрге Мәмбәтша), өс предметтан торған аш-һыу бүлмәһе өсөн йыйылма – Зилә Ҡунаҡҡужина (Иҫәнғол, Йәштәр урамы), төшкө аш тәрилкәләре йыйылмаһы – Рәйлә Аҙнабаева (Ҡарғалы), бәләкәй тәрилкәләр йыйылмаһы – Лира Мөхәмәтова (редакциянан килеп алыусы), сохари һауыты – Фәниә Аҡсурина (Иҫәнғол, Нефтселәр урамы), 13 предметтан торған сәй сервизы – Салауат Юланов (Мәзит), 10 литрлы алюмин кәстрүл – Илсур Шәйхислам улы Төхвәтуллин (Күгәрсен), 12 предметтан торған сәй сервизы – Фариза Сәлихова (Түбәнге Муйнаҡ), швабра – М. Сәйфуллина (Үрге Бикбирҙе), сәй – З. Мырҙабаев (Иҫәнғол, Пионер урамы), тәҙрә йыуғыс – Ләлә Түләгәнова (Бикбау) өлөшөнә төштө.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрегеҙҙе 30 сентябргә тиклем редакциянан килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Бергә ҡалайыҡ һәм артабан да дуҫ булайыҡ!

Редакция.

Ҙур рәхмәт!

Бүләктәр алыуға матди ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙ – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Маяҡ” хужалығы (етәксеһе Ш. Ямғуров) һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ислам Ситиновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: