Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
12 Ғинуар , 11:00

Еңеүселәр кем икән?

2025 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында ҙур ихласлыҡ менән бүләктәр уйнаттыҡ. Ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Айырыуса Иҫәнғол (84), Өмбәт (52), Мәзит (22) ауылдарынан даландарын һынап ҡарарға теләүселәр байтаҡ ине.

Бүләктәр түбәндәге гәзит уҡыусыларыбыҙға насип булды: сынаяҡ пары –  Д. Хәмитова (Яңы Павловка), Марат Юланов (Мәзит), ике яҡлы покрывало – Рәмил Ҡотошев (Өмбәт), үтекләү таҡтаһы – Ахун Сырлыбаев (Өмбәт), көрәк – Нина Ғатауллина (Иҫәнғол, Сәнәғәт урамы, 12-8), Гөлфиә Мырҙабаева (Башҡорт Бармағы), электр сәйнүге – Ирәндек Ишбаев (Өмбәт), “Салауат” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына 1000 һумға сертификат – Ләлә Түләгәнова (Бикбау), Гөлнара Тимермуллина (Иҫәнғол, Күсәков урамы, 66), Ф. Рафиҡова (үҙе килеп алыу шарты менән яҙылған), “Мәк” сәй сервизы – Р. Юлдыбаева (Иҫәнғол, Р. Ғарипов урамы, 26), һигеҙ предметлы мосолман сәй сервизы – Мөлөкова (Иҫәнғол, Һ. Дәүләтшина урамы, 7/1), 13 предметлы мосолман сәй сервизы – Фатима Илбаева (Абзан), “Олимп” сауҙа йортона 500 һумға сертификат – Р. Хәсәнова (Иҫәнғол, Нефтселәр урамы, 46), Әлфиә Аҫылбаева (Абзан), Илзирә Ҡарабаева (Иҫәнғол, Ф. Солтанов урамы, 36), Мәҙинә Бәҙәмшина (Иҫәнғол, Төҙөүселәр урамы, 30), салатниктар йыйылмаһы – Таһир Йосопов (Үрге Муйнаҡ), бысаҡтар йыйылмаһы – Флүзә Яҡшыгилдина (Үрге Муйнаҡ), үлсәү – Альбина Бикташева (Яңы Себенле), электр миксеры – Ирек Буранғолов (Новониколаевка), кәнфит һауыты – Г. Йәркәева (Байыш), фонарь – Сәрүәр Бикбаева (Мәзит), радиоалғыс – З. Әхмәҙиева (Ишемғол), фото өсөн рамка – Хәҙисә Ғәйнизарова (үҙе килеп алыу шарты менән яҙылған), микрофон – Фәтих Йылҡыбаев (Таҙлар), алмаз мозаикаһы – Зөлфиә Сабитова (Буранғол), “Маяҡ” йәмғиәтенән һарыҡ бәрәсе алыуға сертификат – Рита Теләүбаева (Байыш), балалар өсөн шыуғыс – Г. Туҡаева (Иҫәнғол, Күсәков урамы, 1), мунса өсөн йыйылма – Зөлфиә Мәзитова (Мәзит), светомузыка – М. Әбдрәхимова (Этҡол), мунсаға башлыҡ һәм эфир майы – Рузалия Ғафарова (Бикбау), “Йылан” копилкаһы – Гөлнара Ҡыуатова (Үтәғол), ҙур овал тәрилкә – Рамай Китиков (Иҫәнғол, Йәшел урам, 55), фен – Миңзифа Сәйфуллина (Үрге Бикбирҙе), тәмләткестәр өсөн контейнер – Фәйрүзә Кинйәбаева (Башҡорт Бармағы), “Ейәнсура” клининг компанияһынан химтаҙартыуға 3000 һумлыҡ сертификат – Рәшиҙә Хәсәнова (Ибрай), термопот – Асия Сәйфетдинова (Иҫәнғол, Юбилей урамы, 1), мультиварка – Рәзиф Хәйруллин (үҙе килеп алыу шарты менән яҙылған), 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ейәнсура таңдары”на бушлай подписка – Рәсүл Шәмсетдинов (Ғәббәс), Әлфиә Нурмөхәмәтова (Яңы Юл), гәзиттә бушлай ҡотлау өсөн сертификат – Фатима Фәйрушина (Иҙәш), Мостафа Аҡсурин (Башҡорт Үргене), Рәсимә Аҙнабаева (Башҡорт Үргене), Әлиә Сәлихова (Бикбау), Әхмәҙулла Исмәғилев (Мәзит).

Бүләк уйнатыу алдынан квитанцияларҙы барлағанда Ибрай ауылынан Гөлдәр Аҡбутинаның өс адресҡа гәзит яҙҙырыуы мәғлүм булды. Тимәк, ул “Ейәнсура таңдары”н үҙе уҡып ҡына ҡалмай, ә был мөмкинлекте тағы ла ике ауылдашына бүләк итә. Бик изге ғәмәл! Афарин! Һеҙҙе редакцияла махсус бүләк көтә.

Бүләктәрҙе 28 февралгә тиклем редакциянан килеп алыуығыҙ һорала.

Айнә Иманғолова.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас