Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
6 Июнь 2025, 12:30

Һыу өҙлөкһөҙ булыр

Район үҙәгендә һыу торбалары иҫкереүе йыш ҡына үҙен һиҙҙерә – көнө буйы һыуһыҙ ултырырға тура килә. Тиҙҙән был йонсоуҙар бөтөр, сөнки 22 майҙа иҫке торбаларҙы яңыларға алыштырыу башланып, эш Шайморатов, Еңеүҙең 50 йыллығы урамдарында бара. Сиратта – Күсәков, Йәшел һәм Көнсығыш урамдары.

Һыу өҙлөкһөҙ булыр
Һыу өҙлөкһөҙ булыр

Эштәрҙе Өфө ҡалаһынан “Спецгазтехсервис” ойошмаһы башҡара. Уның баш инженер Роберт Ҡылысбаев әйтеүенсә, халыҡтың өйҙәре янында торған техникаһы, төҙөлөш материалдары эште тотҡарлай. Шуға ла ул Рутчин, Тыныслыҡ, Гагарин, Төҙөлөш, Мортазин, Р. Ғарипов, Крупская, Матросов, Октябрь Революцияһы урамдарында йәшәүселәрҙән йорттары янындағы артыҡ әйберҙәрҙе алып ҡуйыуҙарын һорай.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас