Был тормошта барыһы ла һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай. Бала саҡ хыялдарын тулыһынса тормошҡа ашырыусылар ҙа һирәктер ул. Ә шулай ҙа күңелеңә ятҡан эшеңде табып, уны яратып башҡараһың, үҙең табыш алаһың, кешеләргә файҙа килтерәһең икән, тимәк, һин – бәхетле. Ләйлә Миңлейәр ҡыҙы Юлдашбаева ла бала саҡта үҙен киләсәктә тәржемәсе итеп күргән. Өфө ҡыҙы мәктәптән һуң инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, инде уҡырға барырға йөрөгәндә ҡапыл кире уйлай һәм аграр университеттың иҡтисад һәм менеджмент бүлегенә инә. Шулай ҙа хыялына хыянат итмәй, сит телдәр өйрәнеү үҙәгендә өҫтәлмә шөғөлләнергә лә өлгөрә. “Алған белемдәрем тормошта бик кәрәк булды”, – ти бөгөн уңышлы эшләп йөрөүсе эшҡыуар Ләйлә Юлдашбаева. Ул – “AMANATURAL” тауар билдәһе аҫтында сыҡҡан ярымфабрикаттар етештереү цехы етәксеһе.
Исеменә килгәндә “AMANATURAL” аманат – ата-бабаларҙың мираҫы, натурал –тәбиғи, Урал – Урал аръяғы тигәнде аңлата.
-Йыл башында уҡ 2025 йыл минең өсөн мотлаҡ уңышлы булырға тейеш, тип уйланым. Бәләкәй аҙымдар менән генә булһа ла алға ҡарай атлай башланым. Йәй башынан яңы бинала эшләйәсәкбеҙ тигән маҡсатым бар ине, тормошҡа ашып бара. Автовокзалдағы бүлмәне ҡуртымға алып, 1 июндән ошонда эш башланыҡ. Әлбиттә, тәүҙә ремонт, һыу индереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде. Шөкөр, бөгөнгөм менән бәхетлемен, – ти Ләйлә Миңлейәр ҡыҙы.
“AMANATURAL” ярымфабрикаттарын әҙерләүҙе “Аманат” кафеһында директор саҡта башлап ебәрә. Ул осорҙа кафе еңел булмаған мәлдәр кисерә. Нәжип Рәмил улы менән көрсөктән сығыр өсөн юлаусыларҙы күберәк йәлеп итеү кәрәклеген яҡшы аңлайҙар. Һәм тәүлекләп эшләгән ашнаҡсылар менән кеше аҙ саҡта билмән, манты эшләй башлайҙар. Һурпаға ғына бешкән, тулыһынса тәбиғи аҙыҡтан әҙерләнгән билмәндәрҙе, һутлы ғына мантыны халыҡ яратып ашай. Юлаусылар сифатлы ризыҡты оҡшатып: “Туңдырылғанын һатмайһығыҙмы?” тип һорай башлағас, тәүәкәлләп, айырым цех асырға ҡарар итәләр.
Буш торған өйҙө ҡуртымға алып, эште шунда башлайҙар. Әлбиттә, төрлө ҡытыршылыҡтар сығып тора. Ләкин уларҙы сабыр ғына үтәләр. Кафела туй һәм башҡа банкеттар үткәрелә башлағас, ашнаҡсыларға күп халыҡҡа табын әҙерләүе еңел булмай. Менюға цехта етештерелгән билмән, манты, голубцы, тултырылған боросто индеү эште еңеләйтә.
-Ҡамырҙы ҡул менән баҫып, уҡлау менән йәйеп эшләй инек. 2019 йылда район хакимиәтенән йәш эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән 300 мең һумлыҡ ярҙамды алыу бик ярап ҡалды. Был аҡсаға ҡамыр баҫыу, йәйеү станоктары, шоклы туңдырыу шкафы һатып алдыҡ. Махсус ҡоролмалар эште күпкә еңеләйтте, – ти эшҡыуар.
Үткән йыл сертификациялау үткәндән һуң улар етештергән ярымфабрикаттар исемлеген шницель, тефтели, өсбосмаҡ, ваҡ бәлеш тулыландырған. Цехта миҙгеленә ҡарап айына 1-1,5 т продукция етештерелә. Күмәртәләп һатыуҙан тыш, сауҙа нөктәләренә лә сығарыла.
Әйткәндәй, бөтә продукция ла районда үҫтерелгән мал итенән эшләнә. Әлбиттә, бөтә ветеринар-санитар тикшереүе үткән ит кенә файҙаланыла. Малды фермерҙарҙан йәки шәхси хужалыҡтарҙан һатып алалар. Аҙаҡҡы йылдарҙа хужалар башмаҡ аҫырамай, быҙау килеш һатып ебәреүгә бәйле, иткә һорау арта. Шуға хаҡ та байтаҡҡа күтәрелгән. Ә бына продукцияның хаҡын йыш күтәреп булмай.
Эшҡыуар киләсәккә яңы пландар менән яна. Мәҫәлән, хәләл продукция етештереү. Шулай уҡ яйлап яңы, иркен бинаның бер өлөшөндә бер нисә төр ризыҡты ашап ҡарарға ла буласаҡ. Янында берҙәм коллективы булғанда быларын да атҡарыр Ләйлә. Ә әлегә, барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн газ үткәреү, уңайлыҡтар булдырыу кеүек эштәрҙе теүәлләргә кәрәк.
– Коллективыбыҙ татыу һәм берҙәм. Бүләк Юланова, Әлмира Ғәлимова, Ләйсән Йәғәфәрова, Гөлназ Ҡылысбаева – ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы, – ти Ләйлә Миңлейәр ҡыҙы. – Гөлфиә Килдейәрова менән Гөлнара Һөйөндөкова ла һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Шундай коллектив барында дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләргә лә, эшләргә генә ҡала!
Әйткәндәй, “AMANATURAL” ярымфабрикаттарының был тәүге еңеүе түгел. 2023 йылда ла “Лучшие товары Башкортостана” республика конкурсында юғары баһаланғайны.