

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Мөхәмәтов ҡатнашты.
Йәрминкәгә килеүселәр эш тәҡдим итеүселәр менән шәхси осрашып һөйләшеү, актуаль вакансиялар – хеҙмәт баҙарында ниндәй белгестәр кәрәклеген белешеү, һөнәри йүнәлеш һәм буласаҡ һөнәр һайлау мәсьәләләре, үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре буйынса буйынса консультациялар алыу, һөнәри белем биреү һәм ҡайтанан әҙерләү мәсьәләләре буйынса консультациялар, үҙ эшенең оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Сараны илһөйәрлек темаһын яҡтыртҡан күргәҙмә биҙәне, шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы әүҙемдәренең эше яҡтыртылды.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.