

Гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатыу мөмкинлеген быйыл “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Яңы Булгаково” профессиональ стоматологияһы директоры Альфред Аҙнағолов (Сирғол егете), ауыл биләмәләре башлыҡтары Ғәлим Ҡунаҡбаев (Үтәғол), Нурвил Мортазин (Яңыбай), Рәмил Юлсанов (Бикбау), Илгиз Йылҡыбаев (Таҙлар), Шәһит Ҡолмөхәмәтов (Байдәүләт), Ғәлим Азаматов (Әбүләйес), Салауат Ейәнбирҙин (Яңы Петровка), Айҙар Ҡуланшин (Байыш), Даян Атнағолов (Муйнаҡ), Азамат Батыршин (Һүрәм), шулай уҡ ШЭ Луиза Рәхмәтуллина һәм билдәһеҙ булып ҡалырға теләгән дуҫыбыҙ бүләк итте.
Редакцияла торған йәшниккә бөтәһе 238 квитанция төшөрөлгән ине. Йәнә онлайн да ҡабул иттек. Һәр квитанция айырым һан аҫтында теркәлде һәм бүләктәрҙең эйәләре осраҡлы һандар генераторы аша асыҡланды.
Бына ул даланлылар:
Этҡол ауылынан Сәфәрғәле Әбдрәхимов – мантоварка;
Иҫәнғолдан (Коммунистик ур.) Р.Ғайсарова һәм Бужандан Миңлегөл Рысина – плед;
Ибрайҙан Гөлдәр Аҡбутина – электр сәйгүне;
Яңы Павловканан Рәсилә Күҙәшева – ике яҡлы япма;
Өмбәттән Салауат Сырлыбаев – ванна өсөн полка;
Үрге Муйнаҡтан Нурия Мукушева – вентилятор;
Үрге Бикбирҙенән Фәрит Лоҡманов – ишеккә москит селтәре;
Юлдыбайҙан Илшат Мырҙабулатов – ҡуңыҙға дарыу һиптергес;
Иҫәнғолдан (Гагарин урамы, 3/4) Наил Йәғәфәров – мунса йыйылмаһы;
Казанканан Азамат Ваһапов – кухня үлсәүе;
Байдәүләттән Г.З. Абдрахманова – “Аҡбар” сәй йыйылмаһы;
Яңы Петровканан (Быяла урамы) Ф.А. Абдуллин – банка япҡыс ҙәм ҡапҡастар йыйылмаһы;
Ибрайҙан Асия Мырҙабаева – 8 л пластмасса контейнер;
Иҫәнғол (Нефтселәр урамы) Р.Искәндәров – пикник йыйылмаһы;
Иҫәнғол (Геологтар урамы) Г.С. Сарбаева – өс предметлы сервиз;
Үтәғолдан Гөлнара Йомабаева – “Наурыҙ” сәйе;
Башҡорт Үргененән Гөлсинә Аҡсурина – быяла һауыттар йыйылмаһы;
Иҫәнғол (Инеш урамы) Х.Ш. Илбаева – бокалдар йыйылмаһы;
Өмбәттән Рауил Исмәғилев – 12 литрлыҡ тас;
Үрге Бикбирҙенән Хәҙисә Күсәрбаева – салат һауыттары;
Мәзиттән Зәбир Юланов – сынаяҡтар йыйылмаһы;
Сирғолдан Сәлим Юлдашбаев – кухня йыйылмаһы;
Түбәнге Мәмбәтшанан М.Д. Бикмөхәмәтов – яулыҡ;
Үрге Мәмбәтшанан Юрик Ҡарасурин – гөл һауыттары;
Таҙлар (Йылға аръяғы) Әхтәм Ишмырҙин – быяла тәрилкә;
Юлдыбай Ғәйфулла Вәлитов – стакандар йыйылмаһы;
Иҫәнғол (Парк урамы) Илгизә Арсланбаева – барбекю сеткаһы;
Иҫәнғол (Р.Ғарипов урамы) Р.М.Юлдыбаева – пар үтеге;
Байыштан Ғәни Юлдыбаев – таҫтамал;
Новониколаевканан Әминә Бикмөхәмәтова – ночник;
Кинйәбулаттан Роза Тусалина – эшкәртеү таҡтаһы;
Иҫәнғол, Ҡояшлы урамынан Н. Йәркәева – яҡтыртҡыслы уйынсыҡ;
шыйыҡ һабын – Гөлшат Мәүлетова (Яңыбай) һәм Нәзилә Хәлитова (Ғәббәс, Кесе Өҫкәлек ур.);
Айыуҙан Г.Ейәнбирҙин һыу һипкес.
Ә төп приз – ете литр һыу һыйҙырмалы САМАУЫР Ҡарғалы ауылынан Фәғилә Ғөбәйҙуллинаға сыҡты. Бүләк отоусы дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм 30 сентябргә тиклем приздарын килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Күңелле сюрприздар бының менән генә тамамланмай. Августа "Республика Башҡортостан" Нәшриәт йорто 2026 йылдың икенсе яртыһына республика һәм район баҫмаларына яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатасаҡ.
Һеҙ ҙә бүләкле була алаһығыҙ! Бының өсөн исемлектәге ваҡытлы баҫмаларға яҙылып (бер район, бер республика), Матбуғат йорто, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, адресы буйынса "ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ" тип яҙып ебәрергә генә кәрәк.
Баҫмалар исемлеге менән
сайтта rbsmi.ru, rbsmi.ru/catalog/ , почта бүлексәләрендә таныша алаһығыҙ.