– Хоҙай тәғәлә иҫәнлегегеҙҙе бирһен. Бәлә-ҡазаларҙан, ут-күҙҙәрҙән үҙе һаҡлаһын. Мине, беҙҙе ҡыуандырған кеүек, Аллаһ һеҙҙе лә ҡыуандырһын, – тип ҡаршы алды Ҡарғалы ауылында йәшәгән 88 йәшлек Фәғилә Тимерйән ҡыҙы Ғөбәйҙуллина. Уларға был бүләкте ауыл почтальоны Зөлфирә Ҡорманаева эшләгән тиергә лә була. Сөнки квитанцияның күсермәһен йәшниккә ул һалған.
– Мин белгәндән беҙҙең өйҙән “Ейәнсура таңдары” өҙөлмәне, – тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙы Сажиҙә апай. – Әтейебеҙ гәзит-журналдарҙы күп яҙҙырҙы инде, ҡат-ҡат булып ята торғайны.
Фәғилә инәйҙең тормош иптәше Хөснолхаҡ 2018 йылда яҡты донъяларҙан киткән. Улар дүрт ҡыҙ, өс малайға ғүмер биргән. Инәй хәҙер ҡыҙы Сажиҙә тәрбиәһендә, Фәриҙәләре лә Ҡарғалыла ҡалған. Ҡырҙа йәшәгән балалары ла яңғыҙлатмай, ҡайтып хәлен белеп торалар.
– Мине лә алып китәбеҙ тиҙәр. Мәйтәм, бер ҡайҙа ла бармайым, икәү йәшәп өйрәнгәнбеҙ, тием, – тип көлә инәй. Шулай ҙа Сажиҙә апай менән Өфөгә барып, балаларының нисек йәшәүҙәрен күреп, үҙе әйтмешләй, бауыр аҫтынан ел үткәреп, күңелен тынысландырып ҡайтҡан.
Фәғилә инәйҙең тыуған ере Борай районы булһа ла, ул үҙен ғүмере буйы йәшәгән Ҡарғалыныҡы тип һанай. Уларҙың һәм тағы бер нисә ғаиләне 1957 йылда сиҙәм күтәрергә тип был яҡҡа ебәргәндән бирле яҙмышы Ейәнсура менән бәйләнгән. Кейәүгә сығып, балалар үҫтергәндәр. Совхозда төрлө эштә йөрөгән, Ҡарғалыла мәктәп асылғас, йыйыштырыусы булып урынлашҡан. Ошо йылдар эсендә Ҡарғалы уның өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын урынға әйләнгән.
Хәҙер өҫтәлегеҙҙең түрендә шаулап ҡайнап торған самауыр балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ йыйылған табындың күрке булһын, Фәғилә инәй. Гәзит уҡып, яңылыҡтарҙан хәбәрҙар булып, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә!