Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
13 Ғинуар , 16:30

Һарыҡты кем урлаған?

Бурға ҡара эште башҡарырға ҡарауылсы ҡамасаулай.

Һарыҡты кем урлаған?

“Маяҡ” хужалығының Самаҙы ауылындағы фермаһынан һарыҡ урларға маташыусыны ҡулға алғандар. Бурға ҡара эште башҡарырға ҡарауылсы ҡамасаулай. Уның саҡырыуы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Бурҙың эҙенә кинолог төшә – эт уның өйөнә алып бара. Әле 1976 йылғы Самаҙы ауылы кешеһе һаҡ аҫтына алынған. Ул тәфтишселәргә быға тиклем дә һарыҡ урлауы хаҡында әйтеп, ғәйебен таныған. Был эш буйынса бөтә материалдар ҙа прокуратураға йүнәлтелгән.

Фото: Яндекс.

Автор:Залия Байгускарова