Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
17 Август , 10:45

Башҡортостанда 15 йәшлек водитель һәләк булған

Был ҡот осҡос авария бөгөн таңғы сәғәт 6-ларҙа теркәлгән.

Баҡортостанда 15 йәшлек водитель һәләк булған
Баҡортостанда 15 йәшлек водитель һәләк булған

Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, был хәл Дәүләкән районында, Поляковка-Черниговка юлының 2-се саҡырымында теркәлгән. 15 йәшлек үҫмер "Хендай Акцент" менән идара итеп, юл ситенә төшөп киткән һәм әйләнгән. Алған йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә авария урынында һәләк булған. 

Автомобиль хужаһы булған туғаны әйтеүенсә, үҫмер асҡысты уның рөхсәтенән тыш алған. Әле был ваҡиға буйынса тикшереүҙәр бара.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в