Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
22 Сентябрь , 10:36

Юл фажиғәһендә ғаилә пары һәләк булды

Кисә кис Көйөргәҙе районында, Өфө-Ырымбур трассаһында рулендә Ырымбур өлкәһенән 37 йәшлек ир булған "Хендай Акцент" һәм 52 йәшлек ир йөрөткән "Скания" прицеплы йөк автомобиле бәрелеште.   

Юл фажиғәһендә ғаилә пары һәләк булды
Юл фажиғәһендә ғаилә пары һәләк булды

Фажиғәлә еңел автомобиль водителе һәм уның 34 йәшлек пассажиры алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булды. БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, улар Өфөнән Ырымбур яғына юл тотҡан булғандар. Һуңынан асыҡланыуынса, һәләк булыусылар Ырымбур өлкәһе Переволоцк районынан ғаилә пары булып сыҡты. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас в