Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
17 Март , 11:46

Әсә 14 йәшлек балаһын ас тотҡан

Ауырғазы районында әсә 2022 йылдың авгусынан сентябренә тиклем хәрәкәт итеү аппараты сиренән яфаланған 14 йәшлек инвалид балаһын йүнләп ҡарамаған, бысраҡ шарттарҙа йәшәткән.

Әсә 14 йәшлек  балаһын ас тотҡан
Әсә 14 йәшлек балаһын ас тотҡан

Бала даими туҡланыу мөмкинлегенән мәхрүм булған, шулай уҡ йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар алмаған. Әсә бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Иҫкәртеү саралары күрелһә лә, ул әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен алып барыуын дауам иткән.

«Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны, бала атаһына тәрбиәгә тапшырылды. Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелде», - тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас в