-21 °С
Болотло
Бөгөн, 19 ноябрь төнөндә, сыҡҡан янғын ҡатын һәм баланың ғүмерен алып киткән. Ваҡиға Яңауылда була. Биш ҡатлы йорттон дүртенсе ҡатында сыҡҡан янғындан баҫҡыс аша 19 кеше, шул иҫәптән 10 бала ҡотҡарыла. Ҡалғандары үҙаллы сыға алалар. 44 минуттан ут һүндерелә. Үҙаллы сыҡҡан ҡатын һәм бала һөрөмгә ағыуланып өлгөрә. Ҡатын "Тиҙ ярҙам" автомобилендә, ә дүрт йәшлек ҡыҙ бала дауаханала үлә. Янғын сығыу факты буйынса тикшереү эштәре бара.