Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
12 Февраль , 14:50

Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә водитель тән йәрәхәттәре алған

Үткән аҙнала Ейәнсурала ун юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шуларҙың өсәүһе йәкшәмбе көнө 11 февралдә булған.

Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә водитель тән йәрәхәттәре алған
Юл һәләкәте һөҙөмтәһендә водитель тән йәрәхәттәре алған

Үткән аҙнала ғына һауа торошо шарттары арҡаһында Ейәнсура районында ун юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Юлдарҙың боҙло булыуы, ҡарҙың күп яуыуы төрлө юл һәләкәттәренә килтерҙе. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. 

Тик Абзан ауылынан алыҫ түгел юл өлөшөндә генә "Рено" һәм  прицеп тағылған LADA ВАЗ "Калина" автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә сит ил машинаһы водителе тән йәрәхәттәре алған.

Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас в