Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 12:02

Үлем һатыусылар тураһында хәбәр итегеҙ!

Башҡортостанда “Ҡайҙа үлем менән сауҙа итәләр - хәбәр ит!” исемле Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Профилактик сара 29 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Акция сиктәрендә республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында ”ҡыҙыу линия” эшләй. Наркотиктар эшләү, һаҡлау, наркопритондар тотоу урындарын белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында йәшерен хәбәр итә ала. Теләүселәргә наркологик ярҙам һәм реабилитация менән шөғөлләнгән ойошмалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Акцияны ойоштороусылар граждандарҙың социаль әүҙемлегенә ышана. Наркотиктарға ҡаршы акцияның төп принцибы - һәр шылтыратыу һәм хәбәр мөһим. Шылтыратыуҙар полиция бүлектәрендә ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә 8(347) 279-32-92 һанлы ышаныс телефоны һәм БР Прокуратураһының 8 (347) 272-71-42 һанлы телефон номерҙары эшләй. Ошо телефон һандарына шылтыратып, наркотиктар таратыу, тыйылған ағыуҙы ҡулланыу, наркопритондар тотоу осраҡтары хаҡында һөйләй алаһығыҙ һәм белгестәргә наркоманияны иҫкәртеү буйынса теләгән һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Әлбиттә, килгән бөтә мәғлүмәт тикшерелә, бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: