Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн ейәнсуралар Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған ике күркәм сараның шаһиты булды

Кисә Өфөлә старт алған "Ер хәтере" республикала патриотик марафоны сиктәрендә "Дуҫлыҡ" паркындағы "Дан аллеяһы"нан тупраҡ алынды.

Был тулҡынландырғыс сарала беҙҙең район аша үтеүсе автопробегтағы Республиканың ВДВ һәм спецназ ветерандары ла ҡатнашты. Ейәнсураның Советтар Союзы Геройҙары бюстарына сәскәләр һәм веноктар һалынды. Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан ҡотлауҙар ҙа, рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Барыһы тураһында ла тулыраҡ киләһе гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: