Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөндә республикаға Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары килә

Өфөлә Еңеү көнөндә Лев Лещенко, Николай Басков һәм МакSим сығыш яһай

Еңеү көнөндә республикаға Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары килә
Еңеү көнөндә республикаға Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары килә

9 майҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Еңеү көнөнә арналған «Бөйөк ҡаһарманлыҡ — халыҡ хәтерендә!» исемле байрам концерты була. Был хаҡта, республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып, “Башинформ” хәбәр итте.

Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.

Программа киске сәғәт 7-лә башлана. Унда башҡорт эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтар: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, популяр йәш башҡарыусылар Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева, Ришат Рәхимов, «Джентельмены», «Премьер» төркөмдәре, «Zainetdin Neo Vision» шоуы ҡатнаша.

9 майҙа Өфөгә Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Артабан тамашасыларҙы Рәсәй йырсыһы МакSимдың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басковтың сығыштары көтә.

Байрамдың аҙағында  РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко бөтәһе лә яратҡан «Еңеү көнө» йырын башҡара. Сара киске сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: