Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ейәнсураларға Еңеү көнө менән ҡотлау  һүҙҙәрен еткерҙе

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Ҡәҙерле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары! Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым!

9 Майҙа беҙ Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыусыларҙы, донъяны фашизмдан ҡотҡарыусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ, батырлығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ һәм тыуған ергә тоғролоғоғоҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең бурыс – донъяла нацизмды еңеүселәрҙең вариҫтары булып тороуыбыҙҙы онотмау һәм ата-бабаларыбыҙҙың изге эшен дауам итеү.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

Читайте нас: