Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ветерандар!

Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул дәһшәтле ваҡиғаның тере шаһиттары булған ветерандарыбыҙ сафы йылдан йыл һирәгәйә. Әммә беҙҙең тыныслыҡ өсөн ғүмерен, сәләмәтлеген аямай һуғышҡан бер генә ҡаһарман да онотолмай. Күп яугирҙәр балалары, ейәндәре менән "Үлемһеҙ полк"ка баҫты. Әйткәндәй, быйыл был акцияға ҡушылыусылар шул тиклем күп булды!!! Бөгөн беҙ Еңеүҙең 77-се яҙын өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - Федор Баскаков, Фәтхулла Түләбаев һәм Әхмәтдин Хәлитов бергә ҡаршылауыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Ейәнсура халҡының хөрмәтле ветерандарыбыҙға булған рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов еткерҙе. Ул һәр ветеранды өйҙәренә барып тәбрикләне.

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ветерандар!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ветерандар!

Был хаҡта тулыраҡ гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: