Бөтә яңылыҡтар

Тиңһеҙ батырлыҡ һәм һынмаҫ түҙемлек өлгөһө

Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Дим Хөсәйеновтың Еңеү көнөн менән ҡотланы

Тиңһеҙ батырлыҡ һәм һынмаҫ түҙемлек өлгөһө
Тиңһеҙ батырлыҡ һәм һынмаҫ түҙемлек өлгөһө

1945 йылдың Еңеү яҙы илебеҙ тарихында алыҫлашҡан һайын беҙ еңеүсе халҡыбыҙҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы бөйөклөгөн нығыраҡ аңлайбыҙ. Ул йөҙәр йылдарҙан һуң да батырлыҡ һәм һынмаҫ түҙемлек өлгөһө булып торасаҡ.

Ер йөҙөнә тыныслыҡ алып килгән был көндә илебеҙ һәм бөтә донъя халыҡтары яҙмышын хәл иткән кешелек тарихындағы иң дәһшәтле һуғыш тамамланды. Үҙҙәренең немец илбаҫарҙарынан азат ителеүе менән күп илдәрҙең халыҡтары Мәскәүҙән Берлинғаса ауыр һуғыш юлы үткән Ҡыҙыл Армия һалдаттары алдында бурыслы.

Был көндә беҙ ауыр һуғыштарҙа Тыуған илебеҙ азатлығын һаҡлап һәләк булыусыларҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың исемдәре илебеҙҙең героик йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә уйылып яҙылған. Тыл хеҙмәтсәндәре оло хөрмәткә һәм рәхмәткә лайыҡ. Завод-фабрикаларҙа, колхоз баҫыуҙарында улар Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләне. Һуғыштан һуң да улар иңенә ауыр йөк – илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыу бурысы йөкмәтелде.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы Еңеү көнөн байрам итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Туғандарының һәм яҡындарының – һуғыш һалдаттарының портреттарын тотоп, Еңеүселәрҙең балалары, ейәндәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре, берҙәм колонна булып, Мәңгелек утҡа табан атлай. Ата-бабаларҙың традицияларын лайыҡлы дауам итеү – йәш быуындың мөҡәддәс бурысы. Ҡырҡ беренселә Мәскәүҙе һаҡлап ҡалған, ҡырҡ өсөнсөлә Волга ярында ҡәһәрле дошманды тар-мар иткән, ҡырҡ бишенселә рейхстагҡа Еңеү байрағын ҡаҙаған яугирҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә йөрәктәребеҙҙе йылытһын, фиҙаҡәр хәрби хеҙмәткә намыҫлы эшкә илһамландырһын.

Хөрмәтле ейәнсуралар, Бөйөк Еңеү байрамы менән һеҙҙе! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы киләсәк, яҡты өмөттәр, бәхет һәм рух ныҡлығы һәм яҡшы кәйеф теләйем һеҙгә!

Читайте нас: