Бөтә яңылыҡтар

Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ

Ейәнсураларҙы Бөйөк Еңеү көнө менән район хакимиәте башлығы Д. Юланов ҡотлай

Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ
Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле район халҡы!

Еңеү көнө – илебеҙҙең һәр кешеһе өсөн әһәмиәтле һәм тулҡынландырғыс байрам, беҙ уны Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсыларына оло рәхмәт һәм тәрән ихтирам менән билдәләйбеҙ. Тиҫтә йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә Бөйөк Еңеү, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, хәрби даны һәм батырлығы кәүҙәләнеше булараҡ, илебеҙҙең героик йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылып ҡуйылған.

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, беҙ һеҙҙең Тыуған илде ҡотҡарыу хаҡына күрһәткән ҡаһарманлығығыҙҙы онотмайбыҙ. Һеҙ оҙаҡ көтөп алынған Бөйөк Еңеү көнөн фронтта һәм тылда үҙ-үҙегеҙҙе аямай, батырҙарса яҡынайттығыҙ, илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырҙығыҙ. Еңеү көнө беҙҙе берләштерә һәм һәр төрлө һынауҙар алдында ҡаҡшамаҫ итә. Хәҙерге ябай булмаған заманда һеҙҙең батырлыҡтар дәүләтебеҙ һағында тороусыларҙы, үҙ бурысына тоғро ҡалыусыларҙы илһамландыра, уларға көс һәм ышаныс бирә. Һеҙ тыуған ереңде, илеңде нисек һаҡларға кәрәклеген үҙ өлгөгөҙҙә күрһәттегеҙ.

Һеҙҙең алда баш эйеп, рәхмәт белдерәбеҙ, ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Беҙ һеҙҙең алда бурыслы. Был тантаналы байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйем!

Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙға ла бәхет һәм изгелек теләйем! Тыуған илебеҙ күге тыныс һәм аяҙ булһын! Байрам менән! Еңеү көнө менән!

Читайте нас: