Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө День Победы
9 Февраль 2023, 14:37

“Герой партаһы”

«Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Герой партаһы” патриотик проекты старт алды. Үҫеп килеүсе йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өлгөһөндә тәрбиәләү, уларҙы хөрмәт итеү маҡсатында ойошторолған был проект илдең бөтә мәктәптәрендә лә үтә. Балалар Ил тарихын дәреслектәрҙән уҡып ҡына түгел, ә районда, ауылда тыуып-үҫкән герой яҡташтарыбыҙ аша ла белергә тейеш.  

“Герой партаһы”
“Герой партаһы”

🌟Яңыбай мәктәбе уҡыусылары “Герой партаһы” итеп яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, старшина Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улын һайланы. Партаға Геройҙың фотоһы, биографияһы, Бөйөк Ватан һуғышында үткән юлы, батырлыҡтары тураһында белешмә, наградалары ҡуйылды.

⚡Ә был партаға ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары, класта, мәктәптә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Ҡыуатов Азаматҡа менән Нәбиуллин Фидаилға бирелде.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: