Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө День Победы
14 Февраль 2023, 08:35

14 Февраль — Ғашиҡтар көнө

14 февраль. Ғашиҡтар көнө тип көтөп алалар уны. Мөхәббәт көнө, изге  Валентин көнө, тип тә атайҙар, хатта башҡортслаштырып, изге Вәли йәки Вәлетдин көнө, тип тә ебәрәләр. Кем һуң ул Изге Валентин һәм был байрам ни өсөн уның исеме менән бәйле?

14 Февраль — Ғашиҡтар көнө
14 Февраль — Ғашиҡтар көнө

Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.

Беҙҙең эраның 269 йылында Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы Указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. «Законһыҙ өйләнешеүҙәр» тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша.

Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Ауыр мәлдәр һәм үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың февралендә, егет ҡыҙға «Валентиндан» тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдәге Изге Плаксидиса сиркәүенә ерләйҙәр, ә ҡапҡаларын «Валентин — ҡапҡалары» тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.

Был көн бөгөн дә онотолмаған, киреһенсә, халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында киң тарала. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләктәр бирешә, «валентинка»лар менән алмаша.

Читайте нас: