Бөтә яңылыҡтар
Еңеү көнө День Победы
27 Апрель 2023, 15:15

Еңеү диктантына ейәнсуралар ҙа ҡушылды

Бөгөнгө көн Иҫәнғолдоң 2-се һанлы мәктәбендә тантаналы һәм шул уҡ ваҡытта үтә тулҡынландырғыс та үтте. Бында уҡыусылар, уҡытыусылар, район мәғариф бүлеге һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Еңеү диктантын яҙҙылар.

Еңеү диктантына ейәнсуралар ҙа ҡушылды
Еңеү диктантына ейәнсуралар ҙа ҡушылды

 Барлығы 86 кеше ҡатнашҡан был матур сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов асып ебәрҙе.

Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм элекке хәрбиҙәр, "Бөркөт" хәрби-бәрелештәр ветерандары ойошмаһынан Батыр Күсәрбаев менән Илһам Каракенов, йәш армеецтар, муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәрҙере үҙҙәренең белем кимәлен тикшерҙе.

Бынан тыш күптәр Еңеү диктантын онлайн форматта ла яҙҙы.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: