Бөтә яңылыҡтар

Тынлыҡ минуты акцияһы үтә

...

Тынлыҡ минуты акцияһы үтә
Тынлыҡ минуты акцияһы үтә

Бөгөн, 5 майҙа Башҡортостанда ТЫНЛЫҠ МИНУТЫ – “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә” дөйөм республика акцияһы үтә.

Был берҙәм йәмәғәт сараһы бөтә ремпублика буйынса дәүләт, муниципаль предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары территорияларында, уҡыу кластары, йыйылыштар һәм спорт залдарында бер үк ваҡытта үтәсәк.

Ғәҙәти эшмәкәрлек туҡтатылып торасаҡ – сара тантаналы дөйөм йыйылыш форматында берҙәм тауыш оҙатыуы буйынса уҙғарыла.

Сәғәт 10.49-ҙа башлана, оҙайлылығы – 30 минут тирәһе.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: