Бөтә яңылыҡтар

Сапун тауҙы штурмлауҙа ҡатнашҡан

Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишмөхәмәтов Әхмәтғәлей Әхмәтша улы һөйләгәндәрҙән

9 май – Севастополде азат итеүгә 80 йыл!

Минең ҡартайым Әхмәтша Ишмөхәмәтов һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алына. Ике ҡустыһы менән өс бер туған бергә һуғышалар. Шулай бер Украина ерендә ҡамауға эләккәс, ҡартайым ҡустылары Әптелхаҡ менән Хөснолхаҡты бер атҡа атландыра ла, тыл яғына сабырға ҡуша. Ҡамауҙа дошманға ҡаршы алышҡан ҡартатайым шунда башын һала.

Атайымдар әсәләре менән генә ҡала. Әммә 1943 йылдың декабрендә уларҙың йортонда янғын сыға. Кис, әсәйҙәре балаларын йоҡларға һала ла, һөт айыртырға китә. Өҫтәлдә янып ултырған кәрәсин лампаһы ҡалған була. Әсәйҙәре сығып китеү менән тороп шаяра башлаған балалар шәмде ҡолата. Тәндәренә сәсрәгән кәрәсингә лә ут тоҡана... Өс бала шулай ныҡ ҡына яна һәм дауаханала бер-бер артлы йән бирә. Әсәләре лә был ҡайғыны күтәрә алмай, үлеп китә. Атайым һәм һылыуы Миңһылыу – икәүһе генә ҡала.

Ошо ҡайғыларҙы кисергән атайым фронтҡа алыуҙарын һорай. 17 йәше тулғас, уны һуғышҡа алалар. Һарыҡташҡа инәйем ат менән алып бара. Унда Ейәнсура районынан бөтәһе 102 ылау килгән була. Фронтҡа юлланыусылар Һарыҡташта урынлаша, шарттар бик насар була. 10 көндән уларға Ҡыуандыҡтан командир килеп, алып китә. Ундағы шарттар Һарыҡташтағыға ҡарағанда сағыштырмаса яҡшыраҡ була.

1944 йылда уларҙы Ҡырымға ебәрәләр. Атайым Суворов орденлы 318-се Новороссийск тау уҡсылар дивизияһы составында  була. Яҙ етеп, көндәр йылынғас, өҫтәлмә көстәр килә. Әммә дошмандар уларҙы ураған һайын бомбаға тотоуын дауам итә. Совет һалдаттарына әйтеүҙәренсә, дошмандар контрнаступлениенан ҡурҡа.

11 апрелдә разведка дошмандарҙың сигенеүен, траншеялараның буш ҡалыуын хәбәр итә. Саперҙар артынан яугирҙәр ҙә алға ынтыла. Атайым дошмандар артҡа сигенгәндә хатта сынйырға бәйләнгән эттәрен дә алмай ҡасып китеүҙәре тураһында һөйләй торғайны.

Симферополь һәм Баҡсаһарайҙы азат иткәс, яугирҙәргә ял бирәләр. Беҙҙең һалдаттар ҡалған ерҙе танк ғәскәрҙәре азат итә тип уйлай, әммә уларға Сапун тауын азат итергә бойороҡ килә.

Атайымдарҙы төндә дошман төплө урынлашҡан Сапун тауы янындағы Балаклаваға алып киләләр. Был 1944 йылдың 1 майында була. 6 майға тиклем барыһы ла тыныс тора. Ә 7 майҙа сәғәт 10.30-ҙа һауаға ҡыҙыл ракета күтәрелеү менән пехота алышҡа ташлана. Киске сәғәт 8-гә тауҙа Ҡыҙыл байраҡ күренә. 8 майҙа беҙҙең ғәскәрҙәр дошмандың 11 атакаһын кире ҡаға. Ә 9 майҙа Севастополь азат ителә!

Был ике көн эсендә 80 мең яугир башын һала, ә яралылар һаны унан да күберәк була. Ярҙамға самолеттар килмәһә, уғата ауырға тура килер ине, тип иҫләй торғайны атайым һуғыш юлдарын. Севастополде азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙәрҙе III дәрәжә Дан ордены менән наградлайҙар.

Артабан атайымдарҙың часы Дондағы Ростов ҡалаһы янындағы Миус йылғаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Дошмандар судноларҙан беҙҙекеләргә һөжүм итә. Ә судноларҙа – аманатҡа алынған тыныс халыҡ. Ярҙамға самолеттар ҙа килә лә бит, тик нисек?.. Беҙҙең ғәскәрҙәр судноларҙағы аманаттарҙы ҡорбан итмәҫ өсөн, һөжүм итмәй. Самолеттарға ла кире боролоп китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Халыҡты ҡотҡаралар, әммә юғалтыуҙар күп була.

Унан атайым Польшаны, Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Тағы бер орденға – Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 60 йыл үткәс, 2004 йылдың 4 декабрендә уны тағы бер наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы килеп таба.

Атайым тыуған яғына 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Әсәйем Мөбинә Әхмәтсәлим ҡыҙы Ҡылысбаеваға өйләнә. Ә 1948 йылда мин тыуғанмын. Атайым башта Абзан ауылында почтала, унан “Путь Ленина” колхозында водитель булып эшләй. Аҙаҡ иһә урмансы булды. Коммунистик хеҙмәт ударнигы була.

Атайымды аралашыусан булғаны, дөрөҫлөктө яратҡаны өсөн ихтирам иттеләр. Ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер ине. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтғәли Әхмәтша улы 2011 йылда беҙҙең аранан китте. Әммә ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә.

Алсу Гүләева, хеҙмәт ветераны.

Иҫәнғол ауылы.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Севастополь ҡалаһын азат итеү Ҡырым операцияһының хәл иткес мәле була.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: